Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2021, 12:41

Беҙҙең уҡыусыларҙы Президент та маҡтаны

Башҡортостандың 11 уҡыусыһы "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Финалсылар ошо көндәрҙә "Артек"та осрашты.

Беҙҙең уҡыусыларҙы Президент та маҡтаныБеҙҙең уҡыусыларҙы Президент та маҡтаны
Беҙҙең уҡыусыларҙы Президент та маҡтаны

Ҙур конкурс Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса эшләнгән "Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу сараларының береһе булараҡ үткәрелә. Быйыл беҙҙең еңеүселәр араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары мәктәптәре уҡыусылары бар.

8 - 9-сы класс балалары - 200 мең, 10 - 11-се кластар бер миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ул аҡсаға ҡорамалдар һәм техника алырға мөмкин.

Финалсыларҙы Владимир Путин да ҡотланы.

«...Вы достойно прошли путь к вершине, и не сомневаюсь, что каждый из вас смог убедиться: «Большая перемена» — гораздо больше, чем просто конкурс: это дружная команда, которая объединяет сотни тысяч молодых людей по всей стране, настоящее сообщество единомышленников, где ценят каждого, помогают поверить в себя, свои силы, найти собственный путь в жизни», - тине Президент.

Ил башлығы ата-әсәләргә, педагогтарға, еңеүселәрҙең уҡытыусыларына ла ҙур рәхмәт белдерҙе.

Беҙ ҙә уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Беҙҙең уҡыусыларҙы Президент та маҡтаны
Беҙҙең уҡыусыларҙы Президент та маҡтаны
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас