Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2021, 17:40

"Беҙҙең коронавирус тарихы"

Ошо исем аҫтындағы яҙмала "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәковтың тажзәхмәт менән нисек ауырыуы һәм һауығыуы тураһында уҡығыҙ. Сайтта ⏬

"Беҙҙең коронавирус тарихы"
"Беҙҙең коронавирус тарихы"

Беренсе һығымта – был ауырыуҙан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙар араһында йөрөп тә үҙеңә ауырыу йоҡмауы мөмкин.

Икенсе һығымта – вакцина ауырыуға кәртә була алмай, әммә еңел үткәрергә ярҙам итә.

Өсөнсө һығымта - ревакцинация ваҡыты етһә, мотлаҡ “Спутник V” эшләтәсәкмен.

Тәки эләкте бит әй теге алама тажзәхмәт. Тәүҙә һыуыҡ тейгән, тип кенә йөрөһәк тә, таныш табиптар, бөтә билдәләре лә ҡороғорвирусҡа оҡшаған, тигәс, барып ПЦР тест тапшырҙыҡ һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – ыңғай. Ләкин күңел һаман ышанмай. Нисек инде ул? Ауырыу беҙҙең илдә башланғаны бирле бер көн дә ҡалдырмай эшкә йөрөнөк, сит илгә лә барып ҡайттыҡ, бар Рәсәйҙән журналистар йыйылған форумда ла ҡатнаштыҡ, бер ҙә йоҡманы бит. Ә бында, етмәһә, иң тәүгеләрҙән булып вакцина эшләтеп (халыҡҡа үрнәк күрһәтәм, йәнәһе), 10 йыл буйына тәүгә тулы отпуск алып, кешенән ҡасып тигәндәй кәләш менән икәүләп кенә ял итергә йыйынғанда, шундай хәл булһын әле.

Шуға күрә, туғандар, беренсе һығымта – был ауырыуҙан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай.

Ә һин вакцина эшләткәйнең бит, тиер ошонда күптәр. Эйе. Быныһы инде икенсе һығымта. Ҡатыным медицина күрһәткестәре буйынса вакцина эшләтмәне. Мин эпивак тигәненә туҡталдым, ә бына 71 йәшлек ҡәйнәмде өгөтләгәс, ул “Спутник V” эшләтте. Йәғни районда һайлау мөмкинлеге булманы.

Мин вакцинаны тыныс ҡына үткәрҙем, бер ниндәй ҙә үҙгәреш тойманым. Ҡәйнәм иһә беҙҙе әрләп бөттө. Йоҡлай ҙа йоҡлай икән.

Иң тәүҙә ҡатынымдың температураһы күтәрелде. Уны алмаштырҙылармы ни! Лыпын ятты ла ҡуйҙы, хәле юҡ. Минең дә тән ҡыҙған, шулай ҙа хәл ул хәтле насар түгел әле. Хатта машина йөрөтә алам. Тик саҡ ҡына хәрәкәт иттеңме, лысма һыу булаһың инде. Етмәһә, көндәр ҙә ныҡ эҫе тора. Бар хәлебеҙҙе туплап, район дауаханаһына тест тапшырырға юлландыҡ. Быға тиклем “ҡыҙыл зона” хаҡында мәғлүмәт саралары аша ғына белгәс, нисектер ул бик ҡурҡыныс урын кеүек тойола ине. Ә бында... Тәүге көндә табип булманы. Иртәгәһенә тап иттек шулай ҙа. Табибыбыҙ... Хатта маска ла кеймәгәйне. “Беҙҙән ауырыу йоғор тип ҡурҡмайһығыҙмы”, - тигәс, муйынына төшкән масканы күтәреп ҡуйыуын ҡуйҙы ла ул, тик барыбер тын алыу юлдары асыҡ ҡалды. Шулай итеп, үрҙәге һығымтаға өҫтәмә – ауырыуҙар араһында йөрөп тә үҙеңә ауырыу йоҡмауы мөмкин. Пульсометр менән кислород кимәлен, тын алыуыбыҙҙы тикшерҙеләр ҙә, дарыуға рецепт бирҙеләр. Ул арбидолды алдан уҡ алып ашай башлағайныҡ инде. Буш дарыу хаҡында хатта өндәшмәнеләр ҙә. Ә кешенең дарыу алырға аҡсаһы булмаһа? Кеҫәгә арыу ғына һуға ул аптека. Етмәһә, ашҡаҙанға зыянһыҙ ҡанды шыйығайта торғандарының ҡиммәтен алам тиһәң. Ошонан беҙҙең услап дарыу ашап, тажзәхмәткә ҡаршы көрәшебеҙ башланды.

Барлығы өс аҙнаға һуҙылды ул. Көндәр матур, әҙәмсә ял итке килә. Етмәһә, тыуған яғымда урман янғындары ҡотора. Уның өсөн көйәһең. Мин яҡташтарым менән булырға тейешмен, тип уйлайһың да бит, ни хәл итәһең... Ҡәйнәм менән аралашмаҫҡа тырышһаҡ та, уның да температураһы күтәрелеүе билдәле булды. Ул дауаханаға барып та торманы. Беҙгә тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы алып эсте, уколды хатта эшләтеп тә торманы. Беҙ еҫ һиҙмәй яттыҡ, ә ҡәйнәм һиҙәм, тине. Шулай итеп, икенсе һығымта – вакцина ауырыуға кәртә була алмай, әммә еңел үткәрергә ярҙам итә.

Беҙ тажзәхмәтте сағыштырмаса уртаса үткәрҙек. Үпкәнең күпме зарарланғанын әйтә алмайбыҙ, сөнки компьютер томографияһы үтеп торманыҡ. Тәүҙә ауырыуыбыҙ хаҡында яҙырға ҡурҡтым, уны үткәреп ебәргәнебеҙгә ышанғы ла килмәй ине, күҙ тейеп ҡуймаһын, тинем. Ә хәҙер, республикабыҙҙа көн һайын 35-ләп кешене ошо алама арҡаһында юғалтҡан мәлдә, бәлки, кемдер беҙҙең баштан үткәндәрҙе уҡып, вакцинаға ҡарашын үҙгәртер, тип өмөтләнәм. Әле 73 йәшлек әсәйем дә икеләнеп йөрөй ине, һөйләшкәс, ул да прививка эшләтте.

Шуға, хөрмәтле туғандар, барыһы ла һеҙҙең ихтыярҙа. Киләсәктә тағы ла ҡурҡынысыраҡ штамм килә, тиҙәр, уға ла әҙер булырға тейешбеҙ. Иң мөһиме – ауырымайыҡ!

P.S. Өсөнсө һығымта - ревакцинация ваҡыты етһә, мотлаҡ “Спутник V” эшләтәсәкмен.

Фото: Т.Аманов

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: