

Баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе һорай.
Иң тәүҙә балыҡҡа барасағығыҙ хаҡында яҡындарығыҙға хәбәр итегеҙ.
Телефонығыҙҙы зарядкалап алығыҙ.
Ҡотҡарыусы жилет та янығыҙҙа булһын.
Боҙҙоң ҡалынлығын тикшерергә онотмағыҙ (10 – 15 см булһа ярай).
Әгәр ҙә һауа торошо өс көн рәттән 0 градус була икән, боҙ тиҙ йоҡара.
Ярҙам кәрәкһә, 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.