Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2021, 14:19

Яңы парк халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәк

"Илһөйәр" паркына июндә үк килә башлаясаҡтар. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Яңы парк халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәкЯңы парк халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәк
Яңы парк халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәк

«Патриот» паркында июндә хәрби-патриотик йыйындар үткәрелә башлаясаҡ. Ә тулыһынса ул 2024 йылға әҙер була. Бында спорт, хәрби частар, ял итеү зоналары ҡаралған. 

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә паркта тағы нимәләр буласағын яҙҙы: "Әле "Партизан ауылы"н төҙөйбөҙ. Ҙур япма (шатер) бирҙеләр. полигон буласаҡ, атыу урыны булдырыла. Республика ярыштары уҙғарыу өсөн трасса һалына, "Гонка героев" эшләйбеҙ. Мин бында бөтә ғаилә менән килеүҙәрен теләйем. Техниканы ҡараһындар, һалдат бутҡаһы ашаһындар. Быуа, кафе булыуы күҙаллана".

Әйткәндәй, "Илһөйәр" паркы Шишмә районының Алкино ауылы янында урынлашасаҡ.

Фото: vk.com



Яңы парк халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәк
Яңы парк халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас