Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2021, 08:45

Йәнә балыҡсылар бәләгә тарыған

Кисә Павловка һыуһаҡлағысында ике балыҡсыға ярҙам талап ителә.

Йәнә балыҡсылар бәләгә тарығанЙәнә балыҡсылар бәләгә тарыған
Йәнә балыҡсылар бәләгә тарыған

27 һәм 29 йәшлек ирҙәрҙең моторлы кәмәләре боҙола, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан. Ошондай уҡ хәлдә Дүртөйлө ҡалаһы янынан аҡҡан Ағиҙел йылғаһында ла була. Бында 35 йәшлек ир кәмә менән ҡаршы яҡ ярға сыға ала, ә бына унан кирегә йөҙөп сыға алмай - кәмә моторы эшләмәй. Ике осраҡта ла ирҙәргә ҡотҡарыусылар ярҙам итә. Йәрәхәт алыусылар юҡ.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас