

Көн тәртибендә - геопарктар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә пландар билдәләү. Беләһегеҙ, Попечителдәр советы "Торатау" һәм "Янғантау" геопарктарын үҫтереү буйынса эшләй. Был ике геопарк былтыр Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО геопарктары селтәренә индерелде.
- Уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлау - беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, "Башҡортостан шихандары" геологик объектын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса ла эш бара.
РФ ЮНЕСКО комиссияһының яуаплы секретары Георгий Орджоникидзе билдәләүенсә, беҙҙең республика ойошма проекттарында әүҙем ҡатнаша.
Фото: БР Башлығы сайтынан.