

Тантана мәлендә район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин етем һәм ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм балаларға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж инвалидтарға, ауыр формалағы хроник сирҙәргә дусар булған инвалид балалы ғаиләләргә йорт асҡыстарын тапшырҙы.
Ике фатирлы өйҙәрҙе төҙөү былтыр башланған. Фатирҙар электр менән йылытыла, сантехника һәм башҡа инженер селтәрҙәр ҡоролған.