

Шылтыратыр алдынан улар йыш ҡына асыҡ сығанаҡтарҙан үҙ ҡорбаны тураһында мәғлүмәттәр йыя. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 23 йәшлек егеткә "продюсер" шылтыратып, музыка платформаһында ваҡытлыса шәхси аккаунт асыу буйынса ярҙамын тәҡдим иткән. Егет байтаҡтан бирле шунда үҙ йырҙарын ҡуйыу тураһында хыялланғас, ныҡ ҡыуанған һәм шылтыратыусының иҫәбенә ул әйткән һигеҙ мең һум аҡсаны күсергән. Тик аҡса күсеү менән "продюсер" юғалған.
Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 53 йәшлек ҡатын иһә ялған "банк хеҙмәткәренә" ышанып, өс билдәһеҙ иҫәпкә 1,5 миллион һум аҡсаһын һалған.
Нефтекаманан 63 йәшлек ир муттарҙы 800 мең һумға байытҡан. Ул аҡсаларҙы кредитҡа алған...
Зинһар, һаҡ булығыҙ, ят номерҙарҙы алмағыҙ, аҡса тураһында һүҙ сығыу менән трубканы һүндерегеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.