Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2021, 20:05

Солтанбәктәр асылына тоғро

Бөгөн халҡыбыҙ йәшәгән иң күркәм төбәктәрҙең береһенә — ҡуйы ҡара урмандар ҡуйынында, йәмле Сарс йылғаһы буйында урынлашҡан Солтанбәк ауылына, Асҡын районына килдек.

Был ауыл — иҫ киткес бай тарихлы, республикаға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән, уңған, булдыҡлы милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәк ул. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла солтанбәктәр үҙҙәренең асылына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған: быны ауылға ингәндең тәүге минуттарынан уҡ тойҙоҡ.

Ошонда уҡ Ер шарын ҡулдар күтәреп торған һәйкәл дә бар: быныһы инде, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, йәшәйешебеҙ менән көслөбөҙ, тигән символ тип аңланыҡ.Әйтергә кәрәк, төп юлдарҙан бик алыҫта, урмандар араһында урынлашҡан булһа ла, был иҫтәлекле урынға төрлө тарафтарҙан милләттәштәребеҙ йыш килә, тарихыбыҙҙың ҡанлы үткәненә күҙ һалып китә, тип белдерҙе солтанбәктәр.

Ауыл халҡы өсөн дә был бик ҡәҙерле урын икәнлеген әйтеп тораһы ла түгел. Урындағы мәктәп уҡыусылары унда барып, сәскәләр һала, тарихҡа байҡау яһап, һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Был үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер сағылышы ла.Бөгөн иһә был ауылда бик күркәм сәбәп арҡалы ҙур тантана ойошторолған: башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Балыҡсы ырыуы вәкиле, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Муллағәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, Солтанбәктә уға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.Сарала Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район халҡы ҡатнаша.Шаһийән Миңлеғәлиев 1931 йылда Солтанбәк ауылында донъяға килгән. Өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған. Тап Шаһийән Миңлеғәли улы башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорттарының шәжәрәләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбатлаған шәхес.

«Шаһийән ағай — иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат булған. Әгәр ҙә Шаһийән ағай шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәгән булһа, бөгөн башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Тап уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам иткән. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ», - ти урындағы ҡоролтай ағзаһы, «Йәнтөйәк» төбәк гәзите мөхәррире Наилә Имаева.

Асҡын районында тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың исеме мәңгеләштерелә. Бөгөн Солтанбәк ауылында шәхескә бағышланған мемориаль таҡтаташ асыла. Иҫтәлекле билдәне ҡуйыу тантанаһы ошо минуттарҙа башланып тора. Шаһийән Миңлеғәлиев 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Рәсәй ҡалаларында эшләй. Башҡортостанға ҡайтҡандан һуң, төбәк тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай. “Ул рухи тамырҙарҙы юлланы. Шәжәрә төҙөнө. Ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итте, асылыбыҙҙы асыҡларға ярҙам итте”, ти Шаһийән Миңлеғәли улының туғаны Рәмил Миңлеғәлиев.

Таҡтаташ асыу тантанаһында урындағы мәктәп музейы етәксеһе, оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барған география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова ла сығыш яһаны.Ул музейҙа бик бай материалдар туплауға өлгәшкән. Һис шикһеҙ, экспонаттар башҡорт халҡының ижады, тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, ватансыллыҡ тойғоһо, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала.Бында башҡорт халҡының арҙаҡлы һәм районыбыҙҙың күренекле шәхестәре, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған. Шул иҫәптән, Шаһийән Муллағәлиевҡа бәйле бик күп материалдар бар.Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Солтанбәк ауылына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, шулай уҡ, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ауыл эргәһендә табылған тарихи ҡомартҡыларҙы күрһәте. Әйтергә кәрәк, улаҙың бер өлөшө Өфөләгге музейҙа һаҡлана. “Уларҙың серен артабан асаһы ине. Был йәһәттән беҙгә белгестәр ярҙам итһен ине”, - тип мөрәжәғәт итте Фәйрүзә Махийән ҡыҙы тантанаға килгән тарихсыларға.Таҡтаташ ауылдың йәме булып торған мәҙәни үҙәк бинаһына ҡуйылған. Һис шикһеҙ, ул Солтанбәк ауылы тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индергән Шаһийән Муллағалиевтың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, рухын күңелдәрҙә балҡытып торасаҡ.

“Ул ысын патриот булды. Рухыбыҙҙы күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итте”. Шулай тип хәтергә ала яҡташтары тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевты. Бөгөн Асҡын районында билдәле шәхестең исеме мәңгеләштерелде. Уның тыуған ере - Солтанбәк ауылында мемориаль таҡтаташ асылды. “Атайым һалдат булды. 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаны. Ул киң күңелле, ихлас кеше  ине”, ти  Шаһийән Миңлеғәлиевтың улы Олег. Олег Шаһийән улы - хәрби төҙөүсе, отставкалағы подполковник. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй. Яҙма – Миннигалиев Олег на 18 часов 12 ноября“Шаһийән Миңлеғәлиев – ғорурланырлыҡ шәхес. Беҙ уның хаҡында йәш быуынға һөйләйбеҙ”, - ти крайҙы өйрәнеүсенең ауылдашы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мөсәбирә Имаева.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: