

Әммә, үкенескә, үҙе уның артынан яҙыҡ юлға баҫҡан...
Ир бер көндө ҡатындың ярҙам итеүен - үҙе өйҙә булмаған сағында бер кешегә наркотик төргәген һатып ебәреүен һораған. Наркотик һатып алыусы кеше наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш буйынса оперуполномоченныйҙар тарафынан ебәрелеп, ҡатын тотола. Оперативниктар уларҙың өйөндә наркотик матдәләр таба.
Ир менән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Был турала Салауат ҡалаһының Эске эштәр бүлегенән Илмира Хәйбуллина хәбәр итә.
Ҡатын наркоман арҡаһында үҙенең һәм балаларының яҙмышын юҡҡа сығарыуын аңламай, һаман һөйәрен яҡлаша, аҡларға маташа...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.