Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2021, 14:25

Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн

Кескәйҙәргә башҡорт теле диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып өйрәтеләсәк.

Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөнБашҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн
Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн

 Быйыл  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең “Остаз” педагогик оҫтаханаһы булдырылды  . Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында  башҡорт теленең диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу, заманса һөнәри компентецияларҙы ғәмәлгә индереп, башҡорт телен үҫтереү һәм танытыу,  , туған телде өйрәтеү нескәлектәренә төшөнөү маҡсатын ҡуйған проект Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән 2 млн һумлыҡ грантына ла эйә булды.

 3 – 7 йәшлек балалар уйын форматында ойошторолған  дәрестәрҙә ҡатнашып, туған телде өйрәнергә, бер- береһе менән  аралашырға тейеш. Был эште юғары кимәлдә алып барыу, телгә ҡыҙыҡһындырыу уятыу өсөн педагогик кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы уҡыу программалары менән тәьмин итеү мөһим. Бөгөн белем биреү системаһында заман технологиялары – бәләкәстәр өсөн уйын ҡушымталары, төрлө программалар, интерактив технологиялар, уларҙы эшләү ресурстары күп. Әммә туған телде өйрәткән тәрбиәселәргә улар менән эшләү сикләнгән. Шуға ла  ”Остаз” проектында БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының авторҙар коллективы балаларға башҡорт телен өйрәтеү өсөн үҙҙәренең диалекттарына нигеҙләнеп, методик комплекстар , төрлө программалар,уйын технологияларына ҡоролған балаларҙы ылыҡтырырлыҡ уҡыу ҡулланмалары (телмәр үҫтереү, буяу дәфтәрҙәре, өҫтәл уйындары, лэпбук) әҙерләй. Оҫтахана сиктәрендә 123 тәрбиәсе  башҡорт филологияһы факультетында белем алып, квалификацияһын күтәрә. Проекттың пилот майҙансығына Стәрлебаш, Әбйәлил, Борай райондары һайлап алына, уларҙың балалар баҡсалары тәрбиәселәре  БДПУ-ла яңы уҡытыу методикаһы буйынса тәүгеләрҙән булып белемен камиллаштыра.

   Бөгөн балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең “Остаз” педагогик оҫтаханаһының эшенә йомғаҡ яһалды. Унда һәр район тәрбиәселәре үҙ ерлегендәге материалдарҙы ҡулланып,  педагогик проекттарын яҡланы. 35 тәрбиәсегә  “Башҡорт телен  белеүсе мәктәпкәсә белем биреү педагогы” дипломы  тапшырылды.  Сарала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, БР мәғариф министры Айбулат Хажин,  БР Хөкүмәтенең Социаль сәйәсәт департаменты директоры Зөлфиә Ғарифуллина ҡатнашты, диплом алыусыларҙы ҡотланы. Уларҙың билдәләүенсә, туған телде өйрәнеүгә, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуға  йүнәлтелгән , яңы педагогик формаларға нигеҙләнгән был проект, ысынлап та, балалар баҡсалары өсөн бик уникаль һәм файҙалы булмаҡсы. “Остаз” оҫтаханаһы сиктәрендә эшләнгән уҡыу ҡулланмаларын киңерәк ҡулланыу, республикалағы балалар баҡсаларына таратыу өсөн  өсөн күберәк сығарырға кәрәк.

  “Остаз” оҫтаханаһы проектында беҙ үҙебеҙҙең һәнәри оҫталығыбыҙҙы үҫтерҙек, белемдәребеҙҙе байыттыҡ, яңы педагогик алымдар, белем биреүҙең яңы технологиялары менән эшләргә өйрәндек. Төрлө яҡлап алған белемебеҙ алдағы эшебеҙҙә ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ”, – ти Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөлфиә Әхмәтшина.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас