Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2021, 13:39

Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

Кисә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ун кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 10 ноябрьЮл фажиғәләре - 10 ноябрь
Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

Туймазы районында 45 йәшлек ҡатын идара иткән "Hyundai Solaris" менән Рязань өлкәһенән 47 йәшлек ир идара иткән "Volvo" йөк машинаһы бәрелешкән. "Hyundai"ҙың пассажиры, 18 йәшлек ҡыҙ, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Водитель ҡатын дауаханаға оҙатылған.

Көндөҙ сәғәт дүртенселә Шишмә районында 45 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2121" машинаһы менән Өфөнән 58 йәшлек ир идара иткән "КамАЗ" бәрелешеп, "ВАЗ"дың водителе һәләк булған.

Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас