

10 ноябрҙән юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәргә бәйле Башҡортостанда майҙаны мең квадрат метрҙан ҙурыраҡ булған гипермаркеттарға һәм сауҙа үҙәктәренә вакцина эшләтеү тураһында QR-код йәки алты ай эсендә ковид менән ауырыу тураһындағы белешмәне күрһәтеп кенә инергә рөхсәт ителә.
Әлеге ваҡытта республиканың ҡала һәм райондарында ошо режимды тотоу-тотмау тикшерелә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында сауҙа үҙәктәрен “Роспортебнадзор” һәм БР Сауҙа министрлығы тикшерҙе. Асыҡланыуынса, ковидҡа ҡаршы саралар күҙәтелә, ингән ваҡытта граждандарҙың документтары тикшерелә, һатыусылар, һатып алыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр битлек кейә, кибет кәштәләре, өҫтәлдәр дезинфекциялау саралары менән эшкәртелә. Ҡалала бер генә сауҙа нөктәһенә ҡарата административ эш асылған.
Стәрлетамаҡта сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм дөйөм туҡланыу предприятиеларынан тыш, “Магнит” һәм “Мегастрой” һәм “Мэтро кэш энд керри” гипермаркеттары ла тикшерелгән. Тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәгән, протоколдар төҙөлмәгән.
Нефтекама ҡалаһында ла дөйөм алғанда, ковидҡа ҡаршы талаптар күҙәтелә, әммә ҡайһы бер етешһеҙлектәр бар, тип билдәләй тикшереүселәр. Улар менән аңлатыу эштәре үткәрелгән.
Һуңғы рейдтар күрһәтеүенсә, халыҡ та аңлай башлаған, гипермаркеттарға йөрөгәндә документтарын күрһәтә, ә кемдәрҙеке юҡ – бер һүҙһеҙ боролоп сығып китә.
Фото:Башинформ.