Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2021, 17:15

Элекке хәрби часть йәнләнә

Алкино-2 ҡасабаһындағы элекке хәрби часта хәрби-патриотик парк төҙөләсәк.

Элекке хәрби часть йәнләнәЭлекке хәрби часть йәнләнә
Элекке хәрби часть йәнләнә

Башҡортостанда РФ Оборона министрлығының элекке хәрби часы биләмәһендә – Алкино-2 ауылында йәштәрҙе илһөйәрлек йүнәлешендәге сараларға һәм проекттарға йәлеп итеү, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү өсөн «Патриот» хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы булдырыла.

Концепцияға ярашлы, паркта «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге, «Партизан ауылы» тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия, күнекмә майҙаны, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, реконструкция зонаһы һәм башҡа объекттар ҡаралған. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Яна Гайдук һүҙҙәренсә, «Авангард» үҙәге йыл әйләнәһенә уҡыусыларҙың биш көнлөк уҡыу күнекмәләрен ойоштороу һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге сменалар өсөн тәғәйенләнгән. Биләмәнең майҙаны – 200 гектар.

Бындай парктар Мәскәүҙә һәм Ижевскиҙа ғына бар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас