

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тиҙҙән тамамланасаҡ. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, иҫәп алыуҙа Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан – был илдәге иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Дөйөмләштерелгән йомғаҡтар быйыл декабрҙең аҙаҡтарында яһаласаҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр 2022 йылдың ғинуарында билдәле буласаҡ, ә тулыһынса йомғаҡ 2022 йыл дауамында яһаласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 октябрҙә башланған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамланасаҡ. Граждандар сарала МФЦ офистарына барып, иҫәп алыусылар ярҙамында өйөндә йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша яҙылып ҡатнаша ала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.