Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2021, 06:10

17 йәшлек егет һуҡыр эсәген алдырғандан һуң инвалид булып ҡала

Архангел районында йәшәүсе Нияз Муллағәлимов август айында дуҫтары менән аҡса эшләү маҡсатында Учалыға юллана. Сит ерҙә ул ҡапыл үҙен насар тоя. “Тиҙ ярҙам” саҡырталар, әммә табиптарҙың килеп еткәнен көтмәй, үҫмер таксиҙа дауаханаға үҙе бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
17 йәшлек егет һуҡыр эсәген алдырғандан һуң инвалид булып ҡала17 йәшлек егет һуҡыр эсәген алдырғандан һуң инвалид булып ҡала
17 йәшлек егет һуҡыр эсәген алдырғандан һуң инвалид булып ҡала

Уға аппендицит диагнозы ҡуялар, операция яһайҙар һәм хирургия палатаһына күсерәләр. Палатала егеттең йөрәге туҡтай. Хәҙер ул үҙаллы йөрөй ҙә, ултыра ла, ашай ҙа алмай. Ата-әсәй быны, табиптарҙың яңылышлығынан, ти.

– Ул операциянан һуң аңына килә. Башы ауыртыуын һәм ныҡ йоҡоһо килгәнен әйтә. Табип уға йоҡларға рөхсәт итә. Шунан һуң егет уянмай. Әле Нияз яҡындарын таный. Ул ныҡ эмоциональ. Дуҫтарын-таныштарын күрһә лә илай башлай. Нимәлер әйтергә теләй, тик килеп сыҡмай, – ти егеттең ата-әсәһе.
Ниязға “ Йөрәге туҡтау һөҙөмтәһендә үҙәк нервы системаһының аноксия йәрәхәтләнеүе” тигән диагноз ҡуйыла. Әсә кеше был хәлде  табиптарҙың ваҡытында ярҙам күрһәтмәүе менән бәйләй.
– Мин шылтыратҡанда, операция уңышлы үтте, тинеләр. Минең аңлауымса, Ниязды иҫһеҙ килеш палатала табалар. Тимәк, наркозда булған баланың хәлен бер кем дә күҙәтмәгән, – ти үгәй атаһы Илсур Рәхмәтуллин.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығындә әлегә был хәл буйынса бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәйҙәр. Эске тикшереү эше ойошторолған. Егеттең ата-әсәһе Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән.

Нияздың тиҙерәк һауығыуын ғына теләргә ҡала.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова