Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2021, 14:41

Юл фажиғәләре - 9 ноябрь

Кисә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 9 ноябрьЮл фажиғәләре - 9 ноябрь
Юл фажиғәләре - 9 ноябрь

Иртән Иглин районында 45 йәшлек ир "ВАЗ-2114" машинаһында 53 йәшлек ирҙе тапай. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. 

Иртәнге сәғәт туғыҙынсыла Борай районында 34 йәшлек ҡатын идара иткән "ВАЗ-2112" менән Удмуртиянан 34 йәшлек ир идара иткән "KIA Optima" машиналары бәрелешкән. Водитель ҡатын дауаханала вафат булған.

Киске сәғәт туғыҙынсыла Өфөлә 37 йәшлек ир «Volkswagen Polo» машинаһында йәйәүлене тапаған. Үткәүел аша сығып барған 38 йәшлек ҡатын һәләк булған. Водителдең танытмаһы юҡ.

Бөгөн Туймазы районында 45 йәшлек ҡатын идара иткән "Hyundai Solaris" менән 47 йәшлек ир идара иткән "Volvo" йөк машинаһы бәрелешкән. "Hyundai"ҙың пассажиры, 18 йәшлек ҡыҙ, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.

Шишмә районында ла көндөҙ, сәғәт дүртенселә, "ВАЗ-2121" менән "КамАЗ" бәрелешеп, "ВАЗ"дың водителе һәләк булған.

Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 9 ноябрь
Юл фажиғәләре - 9 ноябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас