Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2021, 10:28

Вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылырға мөмкин

“Торатау” Конгресс-холында вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылыу ойошторолған.

Вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылырға мөмкинВакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылырға мөмкин
Вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылырға мөмкин

 Һуңғы ваҡытта Өфөлә  коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина  эшләтергә теләүселәр һаны арта. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ”Торатау” Конгресс-холында вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылыу ойошторолған. Йәғни үҙең теләгән ваҡытта барып та эшләтергә мөмкин, шулай уҡ 224-93-03 телефон һандары буйынса шылтыратып,   уңайлы ваҡытҡа яҙылып, шул мәлгә генә барырға ла була. Үҙең менән паспорт һәм  СНИЛС алырға онотмағыҙ.

 Мобиль вакциналау пункты иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем ялһыҙ  эшләй.   

Фото:Т.Аманов.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас