Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2021, 09:30

Сүп эшкәртелергә тейеш

"Башҡортостандың аҡыллы мөхите" предприятиеһы сүп-сарға ташланған  пластик шешәләрҙән бына ошондай эскәмйәләр етештерә.

Сүп эшкәртелергә тейешСүп эшкәртелергә тейеш
Сүп эшкәртелергә тейеш

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйып ташлай.  Икенсел материал ресурстарҙы (пластик, картон, быяла) йыйыу Өфө, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Салауат, Туймазы, Учалы, Шаран, Дәүләкән, Йылайыр, Бишбүләк, Борай, Дыуан, Балтас, Ҡыйғы, Мәсетле райондарында үҫешә.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллиндың һүҙҙәренсә, бәләкәй бизнес тәбиғәтте һаҡлау проблемаһына иғтибар итә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса яңы производстволар аса.   

Мәҫәлән Подымалов ауылындағы «Башҡортостандың аҡыллы мөхите» предприятиеһы һатыуҙа ихтыяж менән файҙаланған эскәмйәләр етештерә. Пластик һәм ҡомдан эшләнгән был яйланманың берәүһе 150 кг тарта. Ул экологик яҡтан хәүефһеҙ, тыштан ағасҡа оҡшап тора. Ҡала парктарына һәм ял зоналарына ҡуйырға бик кәрәк әйбер. Бында шулай уҡ шешәләр, уларҙың  ҡапҡастары, бахилалар эшкәртелеп, эколавкалар, бәләкәй сүп һауыттары ла яһала.

– Пластик –   ҡый түгел, ә файҙалы әйберҙәр етештереү өсөн ҡиммәтле икенсел материал. Беҙҙең пландар республика райондарында ла үҙебеҙҙең эште йәйелдереү, парктар өсөн  дренаж системалары эшләй башлау, – ти  ойошма етәксеһе Вадим Нуркаев.

  Бөгөн республикала ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн  6010 контейнер ҡуйылған. 2024 йылға 22 мең һауыт ҡуйылырға тейеш. Был маҡсаттан киләһе йылға 13,401 млн һум аҡса бүленгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас