

Билдәле булыуынса, август-сентябрь айҙарында етәксегә бер ир атаһы исеменә ер участкаһы һорап мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, уның атаһы ауыл хакимиәте биләмәһендә бер ҡасан да йәшәмәгән һәм бушлай ер алыу өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуғы булмай. Шулай ҙа ауыл хакимиәте башлығы, 120 мең һум аҡса биргәндә, был эште ғәмәлгә ашырып буласағын белдерә. Аҡса алғас, башлыҡ хужалыҡ кенәгәһенә ялған мәғлүмәтте, йәғни ришүәт биреүсенең атаһының 33 сутый ер алырға хоҡуғы барлығын теркәй. Бынан һуң Үктәй ауылы хакимиәте башлығы ҡулға алына. Ул үҙенең ғәйебен өлөшләтә таныған. Әле был эш буйынса тикшереү дауам итә.
Фото: Т. Аманов