Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2021, 10:09

Президент йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнә

Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, был ҙур сара, әлбиттә, буласаҡ.

Президент йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнәПрезидент йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнә
Президент йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнә
Президент тура эфирҙа журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Әле ваҡыты билдәләнмәгән, был турала Кремль мотлаҡ алдан хәбәр итәсәк.
 
Матбуғат конференцияһы ғәҙәти форматта үтәсәк. Йәғни, Президент журналистар менән күҙмә-күҙ осрашасаҡ.
Әйткәндәй, былтыр сара онлайн ойошторолдо. Моғайын, тура эфир декабрҙә булыр.
 
Фото: Кремлин.ру
 
 
Президент йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнә
Президент йыллыҡ матбуғат конференцияһына әҙерләнә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас