

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәниҫәп алыуҙа ҡатнашҡан. Ул үҙе һәм ғаиләһе, ниндәй телдәрҙе белеүе хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда уның ғаиләһендә биш кеше йәшәй.
Шулай уҡ ике оло ҡыҙҙарының Мәскәүҙә йәшәүе һәм йәниҫәптә үҙаллы ҡатнашыуын да белдерҙе ул.
Радий Хәбиров дүрт телде яҡшы белеүе хаҡында ла мәғлүмәт ҡалдырған.
Етәксе үҙенең Рәсәй Федерацияһы гражданы ғына булыуын да билдәләне.
Фото: Т. Аманов