

Табиптарҙың күсмә бригадаһы бөгөн Тамбов өлкәһендә эш башлай. Уның составындағы бар табиптар – анестезиолог-реаниматологтар, инфекционистар, терапевтар – республика инфекция госпиталдәрендә эшләп тәжрибә туплаған оҫта белгестәр. Төркөмдө табип-инфекционист Лиана Шәйхәллина етәкләй. Улар әлеге төбәктә өс аҙна эшләйәсәк.
Октябрҙә БДМУ табиптары Псков өлкәһендә эшләгәйне.
Фото: Башинформ.