Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2021, 16:20

Башҡортостан – этнографик диктант яҙыусылар һаны буйынса илдә беренсе!

Республикабыҙ Ҙур этнографик диктантты яҙыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

Башҡортостан – этнографик диктан яҙыусылар һаны буйынса илдә беренсе!Башҡортостан – этнографик диктан яҙыусылар һаны буйынса илдә беренсе!
Башҡортостан – этнографик диктан яҙыусылар һаны буйынса илдә беренсе!

Быйыл беҙҙән был акцияға 341 027 кеше ҡушылған.

Йәмғеһе Рәсәйҙең төрлө төбәгенән һәм 95 илдән 2 679 689 кеше диктант яҙған. Мәҙәни-мәғрифәт акцияһы ярҙамында һәр кем үҙенең этнографик грамоталылығын ғына тикшереп ҡалмай, ә илебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтың мәҙәниәте буйынса белемен баһалай ала. 

«Акция ҡатнашыусылары илебеҙҙең төрлө милли мәҙәниәте, йолалары һәм тел үҙенсәлектәре буйынса файҙалы мәғлүмәт алды. Беҙ тыуған илебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен белергә тейешбеҙ. Сөнки Рәсәй – ул иң тәүҙә кешеләр», – тип белдерҙе «Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Людвиг Зидымаков.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр акцияла 1,7 миллион кеше ҡатнашҡайны, уларҙың 138 409 – Башҡортостандан (был – Мәскәүҙән һуң икенсе күрһәткес). Сараның ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, Фән һәм мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас