

- Беренсенән, беҙ балаларҙы өйҙә оҙағыраҡ тотасаҡбыҙ. Улар ҙа коронавирус менән ауырый башланы. Икенсенән, күп халыҡ сит илдәргә ялға китте, йоғошло сирҙе алып ҡайтыуҙары ихтимал, ауырыған хәлдә, сирҙе өйҙә үткәрһендәр, - тине Радий Хәбиров.
Уҡыу 15 ноябрҙә башлана.
Башҡортостан Башлығы былай тип тә өҫтәне:
- Бөгөн танауҙары мышылдап йөрөүселәр күп, өйҙә ултырһындар. Мәктәпкә зараза алып килергә ярамай.
Фото: "Башинформ"