

10 ноябрҙән вакцина яһатыуҙы раҫлаған сертификатың, һуңғы алты айҙа сир үткәреү тураһында белешмәң йә прививка яһатырға ярамауы тураһында ҡағыҙың булмай тороп, гипермаркеттарға индермәйәсәктәр. Был майҙаны мең квадрат метрҙан ашҡан ҙур магазиндарға ҡағыла. Ошондай ҡарар ҡабул итте сиргә ҡаршы көрәш алып барған оператив штаб.
Сикләү сараларын киңәйтеү тәҡдиме менән республика ҡалалары башлыҡтары сығыш яһаған булған. Ҙур магазиндарға халыҡ күпләп йөрөй, бары тик битлек кейергә генә кәрәк, ә уларҙың документтарын һораусы юҡ, тип белдергән улар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм сикләү сараларын көсәйтергә бойорҙо.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республикаға йәмғеһе 2 282 558 вакцина дозаһы килтерелгән. 8 ноябргә ҡарата 1 405 195 кеше прививка яһатҡан. Был – төбәк халҡының 56,6 проценты.