Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2021, 10:35

"Республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары буйынса ла пландарыбыҙ ҙур"

Нефтекама ҡалаһы  йылдан – йыл төҙөкләндерелә, үҙгәрә. Был хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге  битләүендә яҙған.   

"Республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары буйынса ла пландарыбыҙ ҙур""Республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары буйынса ла пландарыбыҙ ҙур"
"Республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары буйынса ла пландарыбыҙ ҙур"

  “Әле ҡасан ғына Нефтекама ҡалаһының   “Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙанда автоуҙыштар ойошторалар ине. Хәҙер бында  интерактив сәғәттәр, амфитеатр һәм сәхнә, балалар, йәштәр, өлкән йәштәге кешеләр өсөн зоналар бар. Нефтекама системалы рәүештә үҙгәрә. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы һәм федераль конкурстарҙа еңеүселәребеҙ арҡаһында ҡала хакимиәтенән көнбайышҡа табан Ленин урамы янындағы скверҙы файҙаланыуға тапшырҙылар инде. Үҙәк парктың төп сәхнәһе янындағы скверҙы төҙөкләндерҙеләр. Бында хәҙер даими рәүештә дөйөм ҡала Яңы йыл шыршыһын ҡуялар. “Светлое” күле ярҙарын төҙөкләндергәндәр. Йәйгеһен унда  ысын курорт  зонаһы булған.

Киләһе йылда Нефтекамала  Юбилей проспектының йәйәүлеләр зонаһын реконструкцияларға планлаштырабыҙ.

Республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары буйынса ла пландарыбыҙ ҙур. Эҙмә-эҙлекле рәүештә бар ерҙә лә тәртип урынлаштырасаҡбыҙ”, – тигән ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас