Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2021, 13:45

Кальций етмәһә

Кофе эсмәгеҙ. Ул организмдан кальцийҙы сығарыу үҙенсәлегенә эйә.  

Кальций етмәһәКальций етмәһә
Кальций етмәһә

Организмға кәрәкле минералдарҙы һәм витаминдарҙы микрограмдар менән һанаһалар, тейешле кальций миҡдарын грамдар менән иҫәпләйҙәр. Ғүмер дауамында кеше был минералды бер кирбес тиклем ашап ҡуя. Һөйәктәр, тештәр, тырнаҡтар, сәс өсөн кәрәк ул беҙгә. Һөйәк системаһын нығытыусы матдә етешмәгәндә, остеопороз барлыҡҡа килә. Кальций ҡытлығы өлкән йәштәгеләрҙә күҙәтелә. Ул оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәй тора.Һөйәктәр һыҙлау, арҡа бөкөрәйеүе, һөйәк һыныу кеүек етди билдәләр үҙен һиҙҙергәнсе кеше арыу, аяҡта көҙән йыйырыу, йөрәк ҡағыу, тырнаҡтар кителеү, ауыҙ ҡыуышлығында породонтоз борсой башлай.

Остеопорозды булдырмау өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ:

Организмды кальций менән даими туҡландырығыҙ.Әгәр ҙә һеҙгә кальций ҡытлығы диагнозын ҡуйғандар икән, һәр төрлө диеталар менән мауыҡмағыҙ. Хәҙерге заман ҡатын- ҡыҙҙары организм өсөн кальцийҙың яртыһын ҡына ризыҡтан ала. Был минералдың төп сығанағы - ­ һөт һәм һөт ризыҡтары. Кальций балыҡта, ҡуйы йәшел япраҡлы йәшелсәләрҙә, бигерәк тә кәбеҫтәлә күп.

Организмға кальцийҙы үҙләштерергә булышлыҡ итә торған D витаминын да даими ҡулланығыҙ. Ул балыҡта бар. Организм уны тән тиреһе аша ҡояш нурҙарынан синтезлай. Битте һәм ҡулдарҙы ун минут дауамында ҡояшта тотһаң да, ошо витаминды алырға мөмкин.

Хәмер эсеүҙе сикләгеҙ. Алкоголь бауырҙа D витаминын эшкәртергә ҡамасаулай, кальций ҙа үҙләштерелмәй. Һөйәктәр тиҙ һыныусанға әйләнә, аяҡ, ҡул һындырыу ихтималлығы арта.

Кофе эсмәгеҙ. Ул организмдан кальцийҙы сығарыу үҙенсәлегенә эйә.

Күберәк хәрәкәтләнегеҙ. Һөйәк системаһына иң ҙур зыян күп ултырғандан килә. Бер нисә туҡталышты йәйәү үтегеҙ, баҫҡыстан йөрөгөҙ, аэробика менән шөғөлләнегеҙ, йөҙөгөҙ. Гантелдәр менән гимнастика яһау ҙа яҡшы.

25 йәштән һуң көнөнә 800 мг кальций кәрәк.35 йәштән һуң был норма күберәк буласаҡ. Шуға кальций препараттарын ҡулланығыҙ.

 

Фото:corpdidi.ru

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас