

Ике өҫтәмә тираж ярҙамында 100 мең һум аласаҡ еңеүселәр һаны ике мең кешегә артасаҡ.
Акция 1 сентябрҙән башланып, 1 декабрҙә тамамланырға тейеш ине.
Аҡса отоу уйыны уникаль яҙылыу номеры буйынса “Вакциналаштырылған берҙәм регистр” мәғлүмәттәре нигеҙендә уҙғарыла. Еңеүселәрҙе компьютер билдәләй. Сертификат номеры “Сәләмәтлек өсөн бонус” проектының рәсми сайтында сыға. Аҡсаны бүләк отҡандан һуң алты ай үткәс түләйҙәр.