Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2021, 11:20

Ун өс йыл ғәҙеллек артынан...

Мәләүез районынан әсә 13 йыл элек әрмелә һәләк булған улы өсөн 2 миллион һум компенсация түләттергән.

Ун өс йыл ғәҙеллек артынан...Ун өс йыл ғәҙеллек артынан...
Ун өс йыл ғәҙеллек артынан...

Фәниә Вәлитованың улы 2007 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алына. Ә 2008 йылдың февралендә әсәгә ҡот осҡос хәбәр килеп төшә — йәш егет билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында һәләк була. Тәфтиш органдары, һалдат үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип иҫбатлай һәм эш шул килеш ҡала, ентекләп тикшерелмәй.

Һуңыраҡ егеттең полк психологында иҫәптә булғанлығы асыҡлана. Психологик тикшереүҙәр үткәрелә, рядовойға ауыр физик һәм психик хеҙмәт ярамағанлығы иҫбат ителә. Хәрби часть етәкселеге һалдатҡа әрме шарттарына яраҡлашыу өсөн өҫтәмә ваҡыт бирергә, уны полигонға, ялан лагерына ебәрмәҫкә тейеш була. Ошо ҡағиҙәләргә ярашлы, часть етәкселеге ғәйепле тип табыла. Тиҙҙән Фәниә Вәлитоваға әхлаҡи зыян өсөн 2 миллион һум күләмендә компенсация түләнәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас