Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2021, 11:11

Силәбе өлкәһе боронғо ерҙәребеҙҙең бер өлөшөн ҡайтарасаҡ

Ҡасандыр милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ауылы бәхәсле сиктә тороп ҡала.

Силәбе өлкәһе боронғо ерҙәребеҙҙең бер өлөшөн ҡайтарасаҡ
Силәбе өлкәһе боронғо ерҙәребеҙҙең бер өлөшөн ҡайтарасаҡ

Белеүебеҙсә, 1773-1775 йылдарҙағы ихтилалдар осоронда Тәкәй ауылы тулыһынса яндырыла. Оҙаҡ ваҡыт милли батырыбыҙҙың тыуған ауылының сиктәре аныҡ ҡына билдәләнмәй. Тарихи документтар буйынса сиктәре яҡынса тергеҙелгәс, уның бер өлөшө хәҙерге Силәбе өлкәһендә тороп ҡалыуы асыҡлана. Күрше төбәк ошо урынды Башҡортостанға ҡайтарырға ризалашты, тип белдерә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрен билдәләү тураһындағы килешеү киләһе пленар ултырышта яңынан ҡараласаҡ.

tekeevo_salavat-julaev_4.jpg

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: