Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2021, 14:34

Юл фажиғәләре - 2 ноябрь

Кисә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 15 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре -  2 ноябрьЮл фажиғәләре -  2 ноябрь
Юл фажиғәләре - 2 ноябрь

Киске сәғәт унынсыла Өфө янындағы юлда 38 йәшлек ҡатын "Nissan Juke" машинаһында тимер ҡоймаға, ут бағанаһына барып бәрелеп, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем һәләк була.

Кисен Баймаҡ районында Хәйбулла районынан 41 йәшлек ир ВАЗ-1111 машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Водитель дауаханаға оҙатылған. Уның водитель танытмаһы юҡ, етмәһә иҫерек булған (алкотестер уның ҡанында 0,958 промилле алкоголь булыуын күрһәткән).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Юл фажиғәләре -  2 ноябрь
Юл фажиғәләре -  2 ноябрь
Юл фажиғәләре - 2 ноябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас