Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2021, 11:41

«Йәшлек» һәр саҡ бүләктәре менән ҡыуандыра!

Бөгөн шәп ҡаҙан Өфө районының Михайловка ауылына, йәш уҡыусыбыҙ Азат Ҡунаҡбаевтың йортона юлланды. 

«Йәшлек» һәр саҡ бүләктәре менән ҡыуандыра!«Йәшлек» һәр саҡ бүләктәре менән ҡыуандыра!
«Йәшлек» һәр саҡ бүләктәре менән ҡыуандыра!

Отош йәйгеһен үтһә лә, Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәүсе Ҡунаҡбаевтар ғаиләһе ошо көндәрҙә генә үҙҙәренең бүләк отоуын белеп ҡалған. Бөгөн уртансы улдары Азат беҙҙең редакцияға килеп инде. Тап ул ауылда йәшәгән ата-әсәһенә гәзит яҙҙырған. Азат Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, «Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһында тырышып эшләп йөрөй. Ситтән тороп Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡырға ла өлгөрә. Быйыл егет ғаилә ҡороп, Михайловка Грин ауылынан фатир һатып алған.

— Беҙ ғаиләлә алты бала. Ата-әсәйем инде оҙаҡ йылдар «Йәшлек» гәзитен алдыра, беҙ бала саҡтан уҡып үҫтек. Бик оҡшай! — ти Азат.

Шуға күрә, Өфө районында гәзит уҡыусыларыбыҙ һаны тағы берәүгә артһа, һис ғәжәпләнмәҫбеҙ. Балаға матбуғатты һөйөү мәҙәниәте ата-әсәһенән йоға шул. Афарин, Ҡунаҡбаевтар! Гәзитебеҙ менән дуҫлыҡты өҙмәй, артабан да матбуғатҡа тоғро ҡалыуығыҙҙы, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ һеҙгә!

«Йәшлек» менән бергә ҡалығыҙ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас