

Беренсе фазаһы 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың мартына тиклем булған.
Был ваҡытта беҙ, йәғни, Рәсәй халҡы, яңы вирус тураһында хәбәрҙе ысынға алманыҡ. Алһаҡ та, тыныс ҡабул иттек. Әҙме-күпме уның таралыу хәүефенә лә әҙерләнгән булғанбыҙ икән.
Тик икенсе фазаһы, марттан июнгәсә булғаны, киҫкен, тип аталды. Тимәк, әҙерлек етмәгән. Сиктәрҙе яптыҡ, оператив штабтар булдырҙыҡ, апрелдә бер ай өйҙә ултырҙыҡ, ғөмүмән, өйҙән эшләргә тырыштыҡ, вакцина эшләй башланыҡ...
Коронавирустың өсөнсө фазаһы йәйҙән көҙ башланғансы дауам иткән. Ул айҙарҙа вакцинаны һынауҙар тамамланған. Дүртенсе фазаһы 2021 яҙына тиклем булып, сир һаман ҡоторған.
Медведев фекеренсә, әле беҙ бишенсе фазала. һәм ул тиҙ генә бөтөргә уйламай.
Донъя дәүләттәрендә вакцина ғына коллектив иммунитет булдырасағына ышаналар. Ҡайҙа прививка яһатыу әүҙем бара, шунда сир сигенә.
Фото: РИА-Новости.