Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2021, 16:47

Атаһы мылтыҡтан атып...

Октябрьский ҡалаһының дауаханаһына өсөнсө класта уҡыған малайҙы килтерәләр.

Атаһы мылтыҡтан атып...Атаһы мылтыҡтан атып...
Атаһы мылтыҡтан атып...

Октябрьский ҡалаһында бер ата улының тыуған көнөнә үҙенсәлек бүләк яһарға теләй – яңы туғыҙ йәшен тултырған балаһын алып һунарға юллана.

Урман буйлап китеп барғанда ирҙең ҡулындағы мылтыҡ ағас ботағына эләгә һәм ул, ҡоралын ҡулынан төшөрөп ебәрмәйем тип, яңылыш атып ебәрә. Пуля сабыйҙың яурынына эләгә. Малайҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн Өфөнән Октябрьскийға бер нисә тәжрибәле хирург ебәрелә.

Әлеге ваҡытта тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас