Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2021, 10:26

Йәмәғәт транспортын дезинфекциялау көсәйтелә

Көн һайын баш ҡаланың Муниципаль электр транспорты идаралығында 140 трамвай һәм 164 троллейбус санитар эшкәртеү үтә.

Йәмәғәт транспортын дезинфекциялау көсәйтеләЙәмәғәт транспортын дезинфекциялау көсәйтелә
Йәмәғәт транспортын дезинфекциялау көсәйтелә

БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Өфө хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығы менән берлектә ковидҡа ҡаршы сараларҙы көсәйтә. 

Көн һайын баш ҡаланың Муниципаль электр транспорты идаралығында 140 трамвай һәм 164 троллейбус санитар эшкәртеү үтә. Рейс араһында йәмәғәт транспорты махсус шыйыҡса менән дезинфекциялана. 

– Депоға ҡайтҡанда бөтә электротранспорттың эсе микробҡа ҡаршы химик сара менән эшкәртелә һәм таҙартыла, улар иртәнсәк тап-таҙа һәм хәүефһеҙ килеш рейсҡа сыға, – тип белдерә троллейбус депоһы начальнигы Радик Ғиззәтуллин.

Транспорттың быялалары, тотҡалары, ултырғыстары һәм ишектәре махсус хлорлы шыйыҡса менән таҙартыла. Уның пассажирҙар өсөн хәүефе юҡ, сертификацияланған. Барлыҡ пассажир ҙа транспортҡа тепмератураһын үлсәтеп индерелә. Битлек тәртибе лә ҡаты. Хеҙмәткәрҙәр һүҙҙәренсә, улар халыҡ зарарланмаһын өсөн ҡулынан килгәненең барыһын да эшләргә тырыша. Вакцинация – сирҙән һаҡланыу өсөн иң яҡшы ысул, ти улар.  

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас