

Шундай һорау бирә Әлшәй районында йәшәүсе Рәсих Иркәбаев.
Яуап шулай: Кеше ҡайҙа даими йәшәй, уны шунда иҫәпкә алырға тейештәр. Прописка урыны менән йәшәү урынының тап килмәүе лә ихтимал.
Перепись анкетаһында (Л2) шундай һорау (23-сө пункт) бар:
Һеҙ был бинала теркәлгәнһегеҙме?
Варианттар араһында “юҡ” тигәне лә бар.
“Юҡ”, тимәк, артабанғы һорауға яуап бирәһегеҙ: Ә ҡайҙа теркәлгәнһегеҙ? Һәм варианттарҙан үҙегеҙгә тура килгәнен һайлайһығыҙ.