

Башҡортостан унда унынсы йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл республика данын Сибай һылыуы Илүзә Иҫәндәүләтова яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, ул 2020 йылда беҙҙең гәзит ойошторған "Йәшлек гүзәле" фотоконкурсында еңеп, йыллыҡ календарҙы биҙәгәйне.
Илүзәгә 21 йәш, Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. "Мисс Республика", "Miss Continental Russia" конкурстарында гран-при яулаған, "MISSBASHMODELS" моделдәр агентлығы тәрбиәләнеүсеһе. Конкурстың финалы 6 ноябргә тәғәйенләнгән. Башҡорт һылыуына уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ.