Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2021, 06:00

"Йәшлек" гүзәле - 2021" конкурсының Йәйһылыуы билдәле булды!

Быйыл март айында беҙ "Йәшлек" гүзәле" конкурсын саҡ ҡына икенсе төрлө ойошторорға булдыҡ тип хәбәр иткәйнек. Йыл миҙгеленә ҡарата гәзиттә донъя күргән һылыуҡайҙарҙың фотоларын тауыш биреүгә ҡуябыҙ һәм Ҡышһылыу, Яҙһылыу, Йәйһылыу һәм Көҙһылыу билдәләйәсәкбеҙ. Аҙаҡтан дөйөм нәтижә яһағанда номинацияларға шул миҙгелбикәләр ҡуйыласаҡ, бер юлы тамашасы һайлауы урыны буласаҡ. Яҙһылыу һайланды, бөгөн Йәйһылыу исеменә дәғүәселәр билдәле булды.

"Йәшлек" гүзәле - 2021" конкурсының Йәйһылыуы билдәле булды!"Йәшлек" гүзәле - 2021" конкурсының Йәйһылыуы билдәле булды!
"Йәшлек" гүзәле - 2021" конкурсының Йәйһылыуы билдәле булды!
10 көн дауамында июнь башынан сыҡҡан дүрт ҡыҙ - Зарема Шәрәфетдинова, Айгөл Рәхимова, Әлфинә Вәлиуллина, Эльза Исхаҡова араһында Йәй һылыуы билдәләнде. Тауыштар түбәндәге нисбәт буйынса сыҡты:

1) Зарема Шәрәфетдинова - 48% (225 тауыш),
2) Айгөл Рәхимова - 44% (204 тауыш),
3) Эльза Исхаҡова - 4% (19 тауыш),
4) Әлфинә Вәлиуллина - 4% (18 тауыш),
Йәмғеһе 466 кеше үҙ тауышын биргән булған.
 
Шулай итеп Зарема Шәрәфетдинова Йәй һылыуы тип билдәләнде.
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас