

Эштәрҙе "Тепловик" ЯСЙ-һы башҡарҙы. Парктың майҙаны 1,3 га тәшкил итә, унда резина япмалы балалар уйнау урыны, эскәмйәле ял итеү зонаһы, универсаль спорт майҙансығы, воркаут, япма аҫтында урам тренажерҙары, скейт паркы бар. Яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылған.
Был объектты булдырыуҙа урындағы халыҡтың өлөшө ҙур. 2020 йылда йәмәғәт һайлап алыуында тап парк проекты еңгән.