

Бер аҙҙан балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре башҡа балалар баҡсаларына ла шундай уҡ комиссия килеүе хаҡында хәбәрҙар булған. Тик шылтыратыусы ирҙең генә ("министрлыҡта эшләүсенең") фамилияһы һәр ваҡыт икенсе төрлө яңғыраған. Шунда ғына балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре муттың тоҙағына эләгеүен аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткәндәр.
Оҡшаш енәйәт Белорет районында ла теркәлгән.
Комплекслы тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә мут бәндәнең шәхесе асыҡланған.
Алдан да хөкөм ителгән 32 йәшлек ир Һарытау өлкәһендәге колонияларҙың береһендә ултыра. Һорау алғанда ул нисек итеп төрмәлә кеҫә телефонына, сим-карталарға эйә булғанын, мутлыҡ схемалары тураһында һөйләп биргән.
Аҡсаға ҡытлыҡ кисереп, август аҙағында ул Мәғариф министрлығы хеҙмәткәре булып кешеләрҙе алдап, кемдән дә булһа аҡса һығырға ниәтләгән. Ышаныслы һөйләшер өсөн ул балалар баҡсаһын тикшерергә килгән комиссияларҙың ниндәй документтар талап иткәнен ентекле өйрәнгән. Интернеттан балалар баҡсаһы номерҙарын эҙләп табып, ниәтен тормошҡа ашырған. Аҡсаларҙы ул танышының иҫәбенә күсерттергән.
Муттан кеҫә телефонын, сим-карталарҙы алғандар. Уның ошоға оҡшаш мутлыҡтарға ҡатнашлығы тикшерелә, тип яҙа Октябрьский ҡалаһынан юрисконсульт Анна Сергеева.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән.