Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2021, 09:00

Ағастар Благовещенск ҡалаһының 265 йыллығын мәңгеләштерҙе

Благовещенск биләмәһендәге буш урынды әҙерләп, унда 7 мең төп шыршы ултыртҡандар. Улар ерегеп китһә, ҡала юбилейына арналған һанды самолеттарҙан, хатта йыһан караптарынан "265" һанын күрергә мөмкин буласаҡ. ⏬

Ағастар Благовещенск ҡалаһының 265 йыллығын мәңгеләштерҙеАғастар Благовещенск ҡалаһының 265 йыллығын мәңгеләштерҙе
Ағастар Благовещенск ҡалаһының 265 йыллығын мәңгеләштерҙе

Геоглифтың дөйөм майҙаны 2,1 гектар тәшкил итә. Ике саҡрымдан ашыу бураҙна һөрөлгән, һандарҙың бейеклеге – 80 метр, оҙонлоғо – 278 метр.

Районда быға тиклем дә ағас ултыртып яһалған һүҙ-һандар бар. Улар үткән быуатта барлыҡҡа килгән һәм Лениндың бер быуатлыҡ юбилейына, Бөйөк Еңеүҙең 60 һәм 75 йыллыҡтарына арналған. Әлегеһен булдырыу идеяһы район хакимиәте башлығы Олег Головтың башына килгән.

Шыршыларҙы ултыртыуҙа көн дә 25 волонтер, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм ҡала коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Үҫентеләрҙе Бөрө лесхозы бүлгән, урмансылар үҙҙәре лә ярҙамлашҡан.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас