

Ошо көндәрҙә Томск ҡалаһында булған үҙенсәлекле хәл хаҡында ишеткәнһегеҙҙер. Ябай иретеп йәбештереүсе үҙен табип тип танытып, ковид-госпиталгә үтеп инә һәм өс көн буйы ауыр сирле өләсәһен тәрбиәләй.
Сергейға яҡынын йүнләп ҡарамауҙары хаҡында палаталағы күршеһе хәбәр итә. Ир оҙаҡ уйлап тормай, медицина костюмы кейә һәм дауаханаға йүнәлә. Уны нисек госпиталгә үткәреүҙәре билдәһеҙ. Сергей 84 йәшлек өләсәһен генә түгел, башҡа пациенттарҙы ла тәрбиәләй. Өсөнсө көнгә генә ковид-госпиталдең яңы «хеҙмәткәрен» асыҡлайҙар, ҡыуып сығаралар...
Дыуамал ирҙең был аҙымын аңларға ла мөмкин булыр ине, сөнки уның өләсәһе Альцгеймер сире менән яфалана, үҙ аллы ашай ҙа, йөрөй ҙә алмай. Етмәһә, уға тейешле иғтибар ҙа булмай бит. Тик һөҙөмтәлә Сергейҙы эшенән ҡыуалар, ә өләсәһен дауахананан сығарырға ҡарар итәләр. Был тарих күптәрҙе битараф ҡалдырманы. Әлбиттә, барыһы ла бер һүҙҙән Сергейҙы яҡлай, был ғына түгел, уға награда тапшырырға тәҡдим итәләр. Ә әлеге ковид-госпиталдә тикшереүҙәр башланған.