

2 банка консерваланған ҡыҙыл фасоль йәки йәшел борсаҡ, 0,5 стакан таҙартылған грек сәтләүеге, 1 баш һуған, 2 гранат, 5 аш ҡалағы кетчуп. 1 ҡалаҡ зәйтүн майы алырға. Фасолдең йәки борсаҡтың һыуын түгергә. Грек сәтләүеген оҙонсалап турарға. Гранатты таҙартырға һәм тосон алырға. Һуғанды ярым ҡулсалап ҡырҡып, эҫе майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Артабан кетчуп өҫтәргә һәм уттан алырға. Фасолде ( борсаҡты), сәтләүекте, гранат бөртөктәрен бергә ҡушып бутарға һәм алдан әҙерләнгән томат- һуған соусын өҫтөнә ҡойорға.1-2 сәғәттән табынға бирергә мөмкин.
Фото:domstrousam.ru