

"Балҡып һүнгән йондоҙ"
Иҫәнғол һөнәрселек училищеһында 1990 йылдар башында умартасы төркөмөн уҡытып йөрөгәндә Әмир Ишемғолов мине эҙләп килде. «Гәзиткә яны эш башлаған умартасылар өсөн матур мәҡәләләр яҙаһың, киләсәктә үҫер кәрәк», — тип Өфөгә саҡырҙы. Яҡындан танышып та өлгөрмәгәнбеҙ, бер үк ваҡытта аспирантураға ла барырға өндәне. Унын шундай ҡыйыу, тәүәккәл, бик әүҙем булыуы бер аҙ ҡаушатып та ҡуйҙы.
«35 йәштә ин оло аспирант булып йөрөү килешмәҫ», — тигәс, Әмир Өфөләге малсылыҡ һәм үҫемлекселек ғилми институтында үҙе асҡан умартасылыҡ лабораторияһына ярты ставкаға фәнни хеҙмәткәр итеп урынлаштырҙы.
Ғилми-тикшеренеү эштәрен кабинетта үткәрмәйҙәр, тип ул «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына фәнни экспедицияға алып барҙы. 1997 йылдың яҙында Бөрйән районы ауылдары буйлап йөрөп, микроскоп ярҙамында тикшереп, саф Бөрйән бал ҡорттарын бер урынға тупланыҡ. Әйтеүе генә анһат, ғәмәлдә иһә был бик ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле эш булды.
Лабораториянан башлап, артабан Әмир бөтә төр бюрократик инстанцияларҙы үтеп, Хөкүмәттән яҡлау табып, Өфөлә «Умартасылыҡ һәм апитера-пия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһын ойоштороуға өлгәште. 2000 йылдарҙа республикабыҙҙың биш районында умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү станциялары төҙөнө. Күп министрлыҡтар үҙәктән алыҫ булған беҙҙең районда ниндәйҙер предприятие асырға теләмәгәндә, Әмир Ейәнсурала биш ауылда ғилми-тикшеренеү станцияһының умарталыҡтарын ойошторҙо. Яҡташтарыбыҙға эш урындары булдырылды. Башҡортостан Республикаһының 1995 йылда ҡабул ителгән «Умартасылыҡ тураһында» Законына Әмир Ишемғолов тәҡдиме менән 1997, 2002, 2004 йылдарҙа төрлө өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелде. Яны Законды «Умартасы кәңәштәре» китабыма индерергә лә ул тәҡдим итте.
2004 йылда — «Башҡорт балы», 2005 йылда «Башҡорт бал ҡорто» тоҡомо раҫлана һәм РФ дәүләт комиссияһының рәсми танытмаһы — патент тапшырыла.
1971 йылдан бирле башҡорт балы баһаланмаған. «Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» 2002 йылдан алып Берлинда үткәрелгән «Йәшел аҙна» халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә, Мәскәүҙә йыл да үткән «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә бер нисә тиҫтә алтын миҙалдар яулай. Йыл да республика умартасылар конкурсы үткәрелә. «Тылсымлы бал ҡорто» косметикаһын сығарып, донъя кимәленә тарата. Ул бөгөнгө көндә лә ҙур һорау менән файҙалана. Шулай уҡбаш ҡалала республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге төҙөүгә өлгәшә.
Әмир Миннеәхмәт улы һигеҙ фән кандидаты, шул иҫәптән мине лә әҙерләне. Унын ҡаҙаныштарын һәм уңыштарын, дәрәжәләрен һанап бөткөһөҙ. 2015-2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын етәкләне. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп тә һайланды.
Бик тырыш, әүҙем, үҙенең хеҙмәткәрҙәренән эш һөҙөмтәһен һорай белгән талапсан етәксе, шул уҡ ваҡытта иғтибарлы, ихтирамлы, нескә күңелле кеше булды. Улымдың мәрхүм булыуын ауыр кисерҙе. Мәкерле ауырыу бер йыл элек, 29 октябрҙә Әмир Ишемғоловтын 60 йәшендә йөрәген тибеүҙән туҡтатты.
Шундай аяуһыҙ фани донъяла бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, изгелекле һәм иғтибарлы булайыҡ.
Рафик НОҒОМАНОВ, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
Бөрйән - Ейәнсура.