Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 14:23

Йәш мәрәкәселәр республика буйлап гастролгә сыға!

Башҡортса StandUp кисәләре Кушнаренко, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк райондарында, Туймазы, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында үтәсәк.

Йәш мәрәкәселәр республика буйлап гастролгә сыға!
Йәш мәрәкәселәр республика буйлап гастролгә сыға!

Республикабыҙҙың ете иң шәп йәш мәрәкәсеһе халыҡты заманса юмор менән таныштырырға теләй. Ошо маҡсатта улар республика район-ҡалалары буйлап гастролдәр ойоштормаҡсы. Бынан тыш, проект юморға һәләтле йәштәрҙе асыҡлауҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Концерттарҙа асыҡ микрофон иғлан ителәсәк, теләгән һәр кем сығыш яһай аласаҡ.

Команданың сығыш яһау датаһын «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡортса стендап» төркөмөндә ҡарап барырға мөмкин. Гастроль турының йомғаҡлау концерты Өфөлә үтәсәк.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һүҙҙәренсә, проект йәштәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереүгә, үҫмерҙәрҙең буш ваҡытын файҙалы ойоштороуға булышлыҡ итәсәк. Сарала бөтә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәләсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: