Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 14:07

«Рус булһам да, башҡорт телен туған телемдәй яҡын күрәм»

Бөрйәндә йәшәүсе рус милләте вәкилдәре башҡорт телен һайлай!

«Рус булһам да, башҡор телен туған телемдәй яҡын күрәм»
«Рус булһам да, башҡор телен туған телемдәй яҡын күрәм»

Бөрйән – халыҡтың тәбиғи үҫеше йәһәтенән республикала беренсе урында торған район. Тыуған яғында төпләнеүсе йәштәр бөгөн дә күп. Был халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында күҙгә ташлана, ти Рәүилә Йортбағышова. Ул – Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол ауылдары иҫәп алыусыһы. Рәүилә Йортбағышова халыҡтың кампанияла әүҙем ҡатнашыуын билдәләй. Уны йәштәрҙең күп булыуы, яңы һалынған өйҙәр, ишле ғаиләләрҙең артыуы, халыҡтың матур йәшәүе ҡыуандыра.

– Планшетта эшләргә өйрәнеп алдыҡ, бер-ике кешенән торған ғаилә тураһындағы мәғлүмәтте 7-10 минутта тултырһам, биш, ете, туғыҙ бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләрҙә иҫәп алыу ярты сәғәттән ашып китә, – ти Рәүилә Йортбағышева.

Был юлы ул район үҙәгендә йәшәүсе Евгений Быковтар йортонда ғаилә башлығын тап иткән. Евгений Владимирович һорауҙарға тик башҡортса яуап биргән.

– Бөрйәнде олатайым төйәк иткән. Ғүмер буйы ошо төбәктә йәшәп, телем башҡортса асылғас, быға аптырарлыҡ түгел. Беҙгә башҡорт теле туған тел кеүек. Өйләнгәнмен, өс балам бар, улар ҙа башҡортса белә, иркен аралаша. Был телде белеү беҙҙең өсөн бик мөһим, тип уйлайым, Бөрйәндә йәшәү башҡорт булыуға тиң, – тип йылмая Евгений Владимирович.

Валентина Ивановна Зарипова ла район үҙәге Иҫке Собханғолда йәшәй. Был яҡта төпләнеүенә – 38 йыл. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ул ҙур теләк менән ҡатнаша. Был – беҙҙең илдә йәшәүсе һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип иҫәпләй ул.

– Русмын, әммә ике телдә лә еңел аралашам һәм уларҙы туған телдәрем тип һанайым. Беҙҙә төрлө милләт вәкиле бер-береһен хөрмәт итеп, дуҫ һәм татыу йәшәй. Туғандарымды һәм таныштарымды халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға өндәйем, районыбыҙҙың киләсәге өсөн мөһим ул, – ти Валентина Ивановна.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: