Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 15:05

Прививка эшләткәндәргә ташлама яһаласаҡ!

  1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Өфөнөң сауҙа үҙәктәре прививка эшләткән граждандарҙы өҫтәмә дәртләндереү өсөн «Беҙ бергә»  акцияһын иғлан итте. Бында ташламалы хаҡҡа әйбер һатып алыу менән төрлө ҡиммәтле бүләктәр ҙә оторға була.

Прививка эшләткәндәргә ташлама яһаласаҡ!
Прививка эшләткәндәргә ташлама яһаласаҡ!

 «МЕГА Өфө», «Планета», «Ҡунаҡһарай», «Галерея ART», «СемьЯ», «Үҙәк», «Ирәмәл», «Простор», «Өфө» универмагы ойшторған проект www.ВместеУфа.рф порталы аша ғәмәлгә ашырыла, унда бөтә ташламаларҙың тәҡдимдәре урынлаштырыла.

Ташламалар алыу һәм бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатҡан кешегә порталда теркәлергә, анкета тултырырға һәм вакцина  тураһында сертификаттан QR-кодтың үҙенсәлекле сканын индерергә кәрәк.

Порталда теләһә ҡайһы урында теркәлергә мөмкин, шул иҫәптән вакцинация пункттарында. Унда прививка яһатҡандарға акция тураһындағы мәғлүмәт менән промо-буклет таратыла. Порталда теркәлеү өсөн системаға QR-кодты индерергә һәм шәхси телефон номерын күрһәтергә кәрәк.

    Аҙна һайын теркәлгән ҡатнашыусылар араһында төрлө ҡиммәтле приздар (көнкүреш техникаһы, гаджеттар, 100 мең һумлыҡ бүләк карталары, биш Apple (iPhone 13) смартфоны, көн дә аквапарк, кинотеатр, ресторандарға, сауҙа үҙәктәренә саҡырыу ҡағыҙҙары, шулай уҡ ҡуртымға биреүселәрҙән ташламалар һәм сертификаттар уйнатыла.

 

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: