Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 14:23

Ололар аралашыуға мохтаж

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә. Ә һеҙҙе һанарға килделәрме? Йәниҫәптә ҡатнашыуҙың төрлө юлы бар. Әммә кеше барыбер иҫәп алыусыны көтә. Тап шул эште башҡарыусы Рәйлә Күсмәева (Салауат ҡалаһы) һөйләй:

Ололар аралашыуға мохтаж
Ололар аралашыуға мохтаж

– Күбеһенсә оло йәштәгеләр менән эшләйем. Улар һөйләшеүгә мохтаж, коммуналь түләүҙәр ҡиммәт, тип зарланалар. Һорауҙарға ентекләп яуап бирәләр. Халыҡ иҫәбен алыусыларға өмөт, ихтирам менән ҡарайҙар. Түргә саҡыралар.

Улар өсөн беҙ булған проблемаларын хәл итерлек кешеләр иҫәпләнәбеҙ. Эшебеҙгә етди ҡарайбыҙ. Минең биләмәлә яҡынса 550 кеше.

Фото: vk.com

Ололар аралашыуға мохтаж
Ололар аралашыуға мохтаж
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: