Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 20:10

Күренекле бейеүсенең исеме мәңгеләштерелде

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Мөхәмәт Иҙрисов йәшәгән йортта таҡтаташ асылды.

Күренекле бейеүсенең исеме мәңгеләштерелде
Күренекле бейеүсенең исеме мәңгеләштерелде

Мөхәмәт Иҙрисовтың тамырҙары Хәйбулла районы Мырҙа ауылынан. Ҙур сәхнәгә үҙешмәкәр сәнғәт аша килә. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә уңыш ҡаҙанғандан һуң, Фәйзи Ғәскәров һәләтле егетте үҙе етәкләгән ансамблгә саҡыра. Данлыҡлы ансамблдә Мөхәмәт Рамаҙан улы 22 йыл хеҙмәт итә.

Мөхәммәт Иҙрисов башҡорт сәхнә бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индерә, бейеүҙәрҙе халыҡсан башҡарыуы менән айырылып тора. «Өс таған», «Һыу буйында», «Бүләк», бигерәк тә бейеүсенең репертуарында төп урынды алып торған «Байыҡ» бейеүе менән Мөхәммәт Иҙрисовтың исеме айырылғыһыҙ бәйләнгән. Уның ым-ишараһы, хәрәкәте, мут йылмайыуы, таҡмаҡлап бейеүе айырым оҫталыҡ ул. «СССР халыҡтары бейеүҙәре» менән ил буйлап йөрөгәндә лә, сит ил сәхнәләрендә лә «Байыҡ» менән сәхнәгә сығыуы була, тамашасылар геү итеп ҡала. Мөхәммәт Иҙрисов РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була.

Фото: "Тамаша" журналы

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: